Проза

Йыйынтыҡта тупланған барлыҡ хикәйәләр ҙә тормоштан алып яҙылған, биографик характерҙа ижад ителгән, уларҙың араһында юморға ҡоролғандары …

«Тауҙарҙа тыуған елдәр»ҙә хикәйәләү 1-се заттан алып барылып, яңы ғаилә ҡорған йәштәрҙең иң төп проблемаһы – бала проблемаһына ҡайтып ҡала. Бер яҡтан шаулап-гөрләп туйҙар ҙа үткәрелгән, ғаилә лә ҡоролған, ҡайны һәм ҡәйнә йортонда булһа ла йәшәүгә урын да табылған, икенсе яҡтан, йәштәрҙең балаһы була алмауы улар араһында аңлашылмаусанлыҡ, өмөтһөҙлөк тыуҙыра. Ошондай йөкмәтке әҫәрҙең төп идеяһын билдәләй.

Яҙыусының «Быуат ҡанатында» исемле яңы романы XIX быуат аҙағынан алып XX быуат башына тиклем дәүерҙә барған ваҡиғаларҙы эсенә ала. Халыҡтың тарихи яҙмышы, әхлаҡи йөҙө, социаль-иҡтисади хәле – барыһы ла тетрәндергес итеп һүрәтләнә, уҡыусыны ҡыҙыҡһындыра, үҙенә йәлеп итә. Әҙип ябай хеҙмәт кешеләрен үҙәккә ҡуя, уларға һоҡланыуын белдерә, уларҙан рухи көс таба, әхлаҡи матурлыҡ эҙләй.
Әҫәрҙә төп ваҡиғалар ағышы Урал тау буйҙарында – Башҡортостан киңлектәрендә барһа ла, персонаждар Азия, Европа яҡтарына ла барып сыға, себер, Чечня тарафтарына юлыға. Улар баштарына ниндәй генә ауырлыҡ төшһә лә, еңеп сығырға тырыша. Марс Нуриев дүрт быуын егеттәре: Ғәлиәкбәр, Сынтимер, Алмаз, Йыһангир яҙмыштары миҫалында быуаттың төрлө осорҙарында кешелектең проблемаларын күрһәтә. Бандитизм, хыянат, алдау, көсләү, үлтереү, бер – береңде һатыу, ғәҙелһеҙлек кеүек кире күренештәр фашлана.

Марс Нуриевтың милләт, шәхес азатлығы, халыҡ бәхет идеялары менән һуғарылған өр-яңы романы китап уҡыусыла фекер уятыр, ҡыҙыҡһындырыр, китап кәштәһен тулыландырыр тигән өмөттә ҡалабыҙ.

О войне

Настоящая книга – воспоминания ветерана Великой Отечественной войны. Это судьба человека, выросшего в трудных условиях многодетной семьи, как и многие его сверстники, с самого детства помогавшего родителям кормить семью.
Автор показал, как растет и учится молодежь его поколения, как готовится к службе в Красной армии ее мужская половина, как она служит в предвоенные годы и встречает врага на западной границе нашей Родины.
Т. Р. Рамазанов честно отобразил картину вторжения немецкой армии на территорию СССР и события первого года войны6 отступление войск, окружение некоторых частей, голод, болезни бойцов, перегруппировку частей, вышедших из окружения, формирование новых подразделений, которые вновь шли в бой.
Очень тепло и трогательно написал автор о нашем народе, который победил в этой страшной войне ценой огромных усилий, ценой жизни миллионов соотечественников и встретил День Победы действительно со слезами на глазах. Показаны трудности жизни послевоенных лет и вдохновенный труд народа ради восстановления разрушенных городов и сел, заводов и фабрик, во имя светлого будущего.

0